Предприятиелар продукция етештереү һәм баҙарға сығарыу өсөн сарыф ителгән сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Ошо хаҡтағы ҡарарға Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Аҡса резерв фондтан бүленә, был алым ярҙамында 600 мең тонна шыйыҡ май, 600 мең тонна шәкәр һатылыр тип көтөлә. Предприятиеларға иһә етештерелгән 1 литр май өсөн 10 һум, 1 килограм шәкәр өсөн 5 һум компенсациялана.




