Өфө аэропортында “ялған террорсы” багажында бомба булыуы хаҡында хәбәр итә

Өфөнөң Совет районы суды баш таможня инспекторына багажында шартлатҡыс ҡоролма булыуын әйткән самолет пассажирына штраф һалған.

Фото №1 - Өфө аэропортында “ялған террорсы” багажында бомба булыуы хаҡында хәбәр итә

Өфө транспорт прокуратураһында аңлатма биреүҙәренсә, инцидент уҙған йылдың 8 декабрендә теркәлә.

Осош алдынан аэропортта Өфө кешеһе багажында бомба булыуы хаҡында таможня посының баш инспекторына хәбәр итә. Әлбиттә, тиҙ арала аэропортҡа ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренән белгестәр килеп етә. Баҡһаң, “ялған террорсы” инспекторҙы алдаған булған.

Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Йор кеше штраф ала.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ