Башҡортостанда быйыл 1 мең 682 янғын булған

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл 1 мең 682 янғын булған

Был турала бөгөн хөкүмәттә махсус комиссия ултырышында белдерелде. Уны Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы. Янғындарҙа 86 кешенең ғүмере өҙөлгән, улар араһында 4 бала бар. Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре тип ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу аталды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ