Башҡортостанда юғары технологиялы ике предприятие эш башланы

Уларға стартты бөгөн Республика башлығы  Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә бирҙе. Стәрлетамаҡтағы «М-Робо» заводы автоматлаштырылған идара программаһы менән станоктар, ә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендәге «МВС Мехатроника» компанияһы химия продукцияһын ҡаптарға төрөү менән шөғөлләнәсәк. Яңы етештереү ҡеүәттәре һәм Башҡортстан сәнәғәтенең үҫеш мөмкинлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостан сәнәғәтендә яңы йүнәлеш – Стәрлетамаҡта станоктар эшләү предприятиеһы эш башлай. Башҡа ошондай уҡ заводтарҙан артыҡ айырмаһы юҡ, әммә республика ул әлегә берәү. «М-Робо» тип аталған был предприятие-инвестиция проекты, уны ғәмәлгә ашырыуға 126 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Завод юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Бөгөн старт бирелгән тағы ла бер предприятие Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан «МВС Мехатроника» компанияһы, ул индустриаль парктың резиденты. Бында шыйыҡ материалдарҙы, шул иҫәптән химия продукцияһын ҡаптарға тултырыу ҡоролмалары урынлаштырған.

Был линияның Рәсәйҙә генә түгел, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә лә тиңе юҡ. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡатмарлы пандемия шарттарына ҡарамаҫтан Башҡортостан сәнәғәте бирешмәй. Хеҙмәт коллективтары ла, етештереү ҡеүәттәре лә һаҡлана.

Республика башлығы фекеренсә, Өфөлә уҙған Рәсәй сәнәғәт форумы үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Сара быйыл 20-се тапҡыр ойошторола, унда илдең төрлө тбөктәренән 130 компания үҙ продукцияһы менән таныштыра. Бында ҡеүәтле предприятиеларҙың заманса технологиялары менән дә, мәктәп уҡыусыларның асыштары менән дә танышырға була. Мәҫәлән, Өфө уҡыусылары йыһан серҙәре менән бүлешә.

Абруйлы форумға йәшә быуындың да йәлеп ителеүе осраҡлы түгел. Белгестәр фекеренсә, заман технологиялары менән ҡыҙыҡһыныу бала саҡта уҡ башланырға тейеш. Хатта уҡыусыларҙың ҡайһы бер асыштарын киң производствоға сығарырға ла мөмкин. Ябай ғына миҫал, айти кубта шөғөлләнеүселәрҙең яңы программаһы.

Форум сиктәрендә троллейбустар асҡысын тапшырыу тантанаһы ла уҙҙы. Өфө паркы 10 яңы электр транспорты менән тулыланды. «Горожанин» маркалы троллейбустар 90 кешегә иҫәпләнгән. Минск автозаводы менән берлектә проектланған техника салонында йылытыу өсөн өҫтәмә мейестәр ҡуйылған, шулай уҡ гаджеттарға көс йыйҙыртып алырға ла була. Тәпәш иҙәнле троллейбустар инвалидтарға, коляска менән йөрөгән әсәләргә һәм велосипедсыларға айырыуса уңайлы буласаҡ. 

Формуда билдәләнеүенсә, Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды Рәсәйҙә иң уңышлы эшләгәндәрҙән иҫәпләнә. Бынан тыш, республика илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тәҡдим иткән программалар менән һөҙөмтәле файҙалана. Әле шулай уҡ сәнәғәткә булышлыҡ итеү өсөн берҙәм төбәк субсидияһына ғариза бирелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда юғары технологиялы ике предприятие эш башланы

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ