Ул Волга буйы федераль округы предприятиеларында етештерелгән туҡыма әйберҙәре сертификациялау менән шөғөлләнәсәк.
Был тәҡдим Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Антон Шалаев менән осрашыуында тикшерелде. Яҡтар шулай уҡ Өфөлә стандартлаштырыу, станоктар эшләү буйынса һынау үҙәген булдырыу мөмкинлеген ҡараны. Ул Рәсәйгә индерелгән барлыҡ сәнәғәт станоктарын тикшереү менән шөғөлләнәсәк.
Илдә һанлы программалы станоктар һатыуҙан йылына 120 миллиард һум аҡса килә. Башҡортостан был йәһәттән алдынғы урынды биләй. Республика йылына дөйөм хаҡы 20 миллиард һумға тиклем еткән һанлы программалы станоктар сығара ала.
Илдар Байбулатов






