Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко – Өфөлә

Федераль ведомство етәксеһе баш ҡалала социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты. Тәүҙә ул Өфөлә күптән түгел генә эш башлаған «Ритм» үҙәгенә барҙы. Был учреждениела мөмкинлектәре сикләнгән балалар һөнәр үҙләштерә, оло тормошҡа аяҡ баҫырға өйрәнә. Социаль үҙәккә көн дә егерменән ашыу бала йөрөй. Һуңынан уларҙы эш урындары менән тәьмин итеү ҙә ойошторолған. Яҡын арала Башҡортостанда тағы ошондай 30 учреждение асыу ҡарала.

Ҡыҙғанысҡа, илдә мөмкинлектәре сикләнгәндәр арта. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ ҙә улар менән бер рәттән яңы йәмғиәттә, яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ. Инвалидтар үҙҙәрен кешелектең тулы хоҡуҡлы, файҙалы вәкиле итеп тойһон өсөн тәүҙә үҙебеҙҙе тәрбиәләү шарт.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Алексей Вовченко мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты. Бында балаларға ун һигеҙ йәшкә тиклем психолог, социаль педагог һәм медицина ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр ҙә оҫталыҡ дәрестәре ала. Әле «Салют» шифаханаһында яңы корпустар төҙөлә. Реабилитация шарттарын арттырыу мөмкинлеге биргән социаль үҙәк 2022 йылда сафҡа инәсәк.

Медицина, социаль мәғариф хеҙмәттәрен комплекслы күрһәтеүсе учреждениеның булыуы үҙе үк юғары баһаға лайыҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы булһа ла реабилитация курстарын үтеү мөмкинлеге булыуы үтә лә мөһим. Был балаларға ниндәйҙер оҫталыҡ алыу, физик күнекмәләләр генә түгел, психик әҙерлек үтеү форсаты ла.

Алексей Вовченко, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары
Фото №1 - Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко – Өфөлә

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ