Башҡортостан ауылдарында спиртлы эсемлектәрҙән баш тартыусылар, сәләмәт тормош яҡлылылар арта

Был турала республикала үткән «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәләре асыҡ һөйләй. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл ҡатнашҡан, кәмендә 50 мең кеше йәлеп ителгән. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. Конкурстың финалына сығыусылар бөгөн «Торатау» конгресс Холлында тәбрикләнде. Еңеүселәргә бүләктәрен Башҡортостан  башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Конгресс холлы фойеһы Башҡортостандың бәләкәй күсермәһен хәтерләтә. Сағыу милли биҙәктәргә күмелгән күргәҙмәлә иң халыҡсан конкурстың һөҙөмтәләре сағыла. Конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан башлығына ҡаҙаныштарын күрһәтеп ҡалырға ынтыла.

Баймаҡ районынан Түбәнге Яйыҡбай 28 өйлөк кенә ауыл булһа ла, еңеү өсөн күпте башҡарҙы. Төбәктә алкоголдән күптән баш тартҡандар, конкурста ҡатнашыу өсөн генә түгел. Халыҡты берләштереү маҡсатында хатта, ауыл телевидениеһы асҡандар. Һөҙөмтә булараҡ улар Башҡортостан башлығы ҡулынан 5 миллион һумлыҡ сертификат алды. Был аҡсалар урындағы халыҡ мәнфәғәтендә ҡулланыласаҡ. Түбәнге Яйыҡбай ауылы вәкилдәре әйтеүенсә, «Айыҡ ауыл» халыҡты берләштерҙе, йәшәргә дәрт өҫтәне.

Түбәнге Яйыҡбайҙан тыш, Күгәрсендән Исем, Стәрлетамаҡтан Күсәрбай һәм Учалынан Илсе ауылдары беренселек яуланы. Уларға ла бишәр миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Илселә 1255 кеше йәшәй. Ауыл ҙур, мәсьәләләр ҙә етәрлек. Шуға ла башта конкурсҡа икеләнеп ҡараусылар ҙа булған. Әммә ойоштороусыларҙың маҡсатҡа ынтылышы, ауылда тормош фәлсәфәһен тамырынан үҙгәртергә мөмкинлек биргән.

«Айыҡ ауыл» республикала 2010 йылда үткәрелә. Әммә конкусҡа юғары даирәләрҙә иғтибар аҙ булыу сәбәпле, айыҡлыҡ хәрәкәте күп тә үтмәй һүлпәнәйҙе. 2018 йылда Башҡортостан етәкселегенә Радий Хәбиров килгәс уға яңы һулыш бирелде. Халыҡты ағыулауға ҡаршы дәүләт кимәлендәге эҙмә-эҙлекле сәйәсәт  үткәрелә башланы. Конкурстың яңы кимәлгә сығыуы ла тап шул сараларҙың һөҙөмтәһе.

«Айыҡ ауыл» конкурсы операторы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Республика етәкселеге дәртләндергәс, ойоштороусылар уны киләһе йылдарҙа тағы ла камиллаштырыу теләге менән яна. Ошо маҡсатта бәйге финалына сыҡҡан ауылдар өсөн стратегия сессияһы ойошторолдо.

Башҡортостан ауылдары айыҡлыҡ юлын һайлай. Был йәһәттән уларға маҡсатлы конкурс ҙур этәргес биргән. Быйылғы бәйгелә ҡатнашыусылар һаны ике меңде ашып китеүе быға асыҡ миҫал. Тимәк, республиканың киләсәге яҡты һәм айыҡ буласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан ауылдарында спиртлы эсемлектәрҙән баш тартыусылар, сәләмәт тормош яҡлылылар арта

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ