Республика етәксеһе Радий Хәбиров сираттағы “Инвестиция сәғәте” үткәрҙе

Фото №1 - Республика етәксеһе Радий Хәбиров сираттағы “Инвестиция сәғәте” үткәрҙе

Унда иҡтисад өлкәһенә бәйле яңы проекттар ҡаралды.

Ҡырмыҫҡалы районынан фермер 300 миллион һум аҡса бүлеп Түбәнге Төкөн ауылында һөт фермаһы төҙөргә ниәтләй. Ул геологик тикшереүҙәр үткәргән, проект әҙерләгән. Әле буласаҡ һөт комплексына юлдар һалыу өсөн төҙөлөш материалдары менән  тәьмин итеүҙә  ярҙам һорай. Мәсьәлә ыңғай хәл ителде, Экология министрлығы  Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте менән берлектә яҡындағы карьерҙы ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнергә тейеш. Бынан тыш, фермерға тоҡомло һыйыр малдары һатып алыуҙа сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыла.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә бихисап актуаль һорауҙар барлыҡҡа килгән. Ул Башҡортостан хөкүмәтенә апрель аҙағына тиклем муниципалитеттарҙағы “бизнес-шерифтар” менән семинар-кәңәшмә уҙғарыу бурысын ҡуйҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ