Унда республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, студенттар ҡатнашты. Журналистиканың төрлө өлкәләре буйынса секция ултырыштары уҙғарылды. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина һөйләй.
Журналистарҙы әҙерләүҙә социаль селтәрҙәрҙә эшләүгә лә иғтибар арта. Ошо йүнәлештә магистрҙар программаһы асыла, тип белдерелде бөгөнгө фестивалдә.






