Финанс ярҙам хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса программала ҡатнашыусыларға тәғәйенләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйған. Модернизация өсөн ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың 30 проценты субсидиялана, әммә дәүләт ярҙамы 5 миллион һумдан артмай, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.




