Бөгөн “Ҡанатлан!” мәктәп форумында Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына ошондай бурыс йөкмәтте.
Республикала “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу әүҙем алып барыла. Башҡортостан “Үҫеш нөктәһе” мәктәптәрен асыу буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора. Беҙҙә бындай белем усаҡтары 200-гә етеп килә. 2024 йылға тиклем уларҙың һанын 813-кә еткереү бурысы ҡуйылды.




