Өфөлә балалар баҡсаһы мөдире ришүәттә эләккән

Һуңғы 3 йылда ул үҙенең ҡулы аҫтындағы тәрбиәселәрҙән эш хаҡтарының бер ни тиклем өлөшөн үҙенә алып торған. Ошо ваҡыт эсендә ярты миллион һумға байыған.

Фото №1 - Өфөлә балалар баҡсаһы мөдире ришүәттә эләккән

Тикшереү барышында 43 йәшлек мөдирҙең башҡа гонаһтары ла фашланған. 2017 йылда, урын булмауына һылтанып, ике сабыйҙы алырға теләмәй. Ата-әсәләр косметика һәм техника магазиндарынан 16-шар мең һумлыҡ сертификат бүләк иткәс кенә балаларға урын таба.

Мөдир эштән киткән. Әммә язанан ҡаса алмаҫ, алда уны мотлаҡ рәүештә суд көтә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ