Республиканың бөтә мәктәптәре лә тиҙ интернетҡа тоташтырыласаҡ

Был хаҡта бөгөн Радий Хәбиров мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында белдерҙе. Мәктәп стоматология кабинеттарына ҡағылышлы ла яңылыҡ бар. Форумда уҙған йыл һөҙөмтәләре барланды һәм киләсәккә стратегик йүнәлештәр билдәләнде. Сарала биш йөҙҙән ашыу мәғариф системаһы хеҙмәткәре һәм илдең баш ҡалаһы, Татарстан, Удмурт республикаһынан  вәкилдәр ҡатнашты. Белем биреүҙәге ҡаҙаныштар һәм бурыстар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырғанда дәрес күңелле үтә, материал да еңел үҙләштерелә. Альбина Вәкил ҡыҙы уҡытыуҙа төрлө алымдарҙы ҡуллана. Конкурстарҙа ҡатнашып тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ә 2019 йылда  «Ҡанатлан!» проектының Ауыл уҡытыусыһы программаһы буйынса 690 меңлек грантҡа эйә булған.

Тап ошондай дәртләндереү, дәүләт ярҙамы уларға ҡанатланып  һәм илһамланып эшләргә этәргес. Ҡанатлан  мәктәп мәғарифының өсөнсө  форумында Радий Хәбиров артабан да уҡытыусылар өсөн махсус программалар булдырыу тураһында әйтте.

Теүәл бер йыл элек беҙ дистанцион уҡыуға күстек. Бер миллион ярым дәреҫ алыҫтан тороп алып барылған. Европа илдәре менән сағыштырғанда беҙ мәктәп партаһы артында уҡытыуға әйләнеп ҡайттыҡ һәм был тәңгәлдә беҙҙең мәғариф системаһы уңышлы эшләне тине, Радий Хәбиров.

Дистанцион уҡытыу берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы һөҙөмтәләргә бирергә кәртә булмаған. Республикала  127 уҡыусы һынауҙы  йөҙ балға тапшырған. Республиканың күп  ауылдарында интернет юҡ.  Әммә уҡытыусылар  юғалып ҡалмаған.

Быйыл бөтә мәктәптәр ҙә тиҙ интернетҡа тоташтырыласаҡ тине төбәк етәксеһе. Форумда һигеҙ дисскуссия майҙаны эшләне.

Сарала мәғариф системаһына инновация технологиялары тәҡдим итеүселәр күргәҙмәһе эшләне. Эшендә тап инновация алымдары ҡулланып һөҙөмтәләргә ирешкән уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды. Информатика уҡытыусыһы Мәҙинә Ғилмийәрованың хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән абруйлы исем менә баһаланды.

Республика башлығы уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ тултырыу эшенән бушатырға ҡушты. Тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ бар.

Өҫтәмә белем биреү  менән барыһы ла ҡуллана алырлыҡ булырға тейеш. Ошондай бурыс ҡуйылды. Тап «Ҡанатлан» проекты ярҙамында республика мәктәптәрендә төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр алып барыла.  Төрлө яҡлап үҫешкән камил шәхес тәрбиәләү маҡсаты тормошҡа ашырыла.

Фото №1 - Республиканың бөтә мәктәптәре лә тиҙ интернетҡа тоташтырыласаҡ

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ