Синоптиктар һауа температураһы ҡапыл күтәрелеп, көндәрең 20 градусҡа тиклем йылытыуын билдәләй

Ошондай һауа торошо алдағы аҙнала ла һаҡлана. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ белгестәре 41 муниципалитетта һыу ташыу ихтималлығын фаразлай. Ике йөҙҙән ашыу ауыл ҙур һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы юғары әҙерлек режимында эшләй, һыу ташыуға бәйле хәл контролдә тотола. Көн һайын халыҡтан йөҙгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителә. Зыян күреүселәрҙең ихатаһынан һыуҙы һурҙырыу, ситкә ағыҙыу буйынса ярҙам күрһәтелә.

Фото №1 - Синоптиктар һауа температураһы ҡапыл күтәрелеп, көндәрең 20 градусҡа тиклем йылытыуын билдәләй

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ