Йәшәү сығанағына сарсап. Туймазы ҡалаһының Әгертамаҡ микрорайоны халҡы уҙған йылдың көҙөнән башлап һыуһыҙ интегә, баҫым кәмегән. Шул уҡ ваҡытта биләмәлә йәшәүселәр юлдарҙың торошо менән дә ҡәнәғәт түгел. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Илсур Фазылйәнов ярты йылдан ашыу крандан һыу аҡмауын билдәләй. Төнгө ваҡытта ғына тамсылап ала. Хәйер, сәйнүген дә тултырырлыҡ түгел. Шуға күрә хаҡлы ялдағы иргә биҙрәләп һыу ташырға тура килә. Бәхетенә, күршеһе ихатаһында скважина ҡаҙҙырған, йәшәү сығанағы менән уртаҡлашыуҙан баш тартмай. Билдәле булыуынса, Туймазы ҡалаһының Әгертамаҡ микрорайонына ҡараған Юл буйы урамында һыу проблемаһы тәүге йыл ғына күҙәтелмәй.
Әгертамаҡ микрорайонында участкалар сирек быуат элек бүленә башлаған. Һыу үткәргес торбалар 1997 йылда һалына. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, күптәрҙең скважина ҡаҙҙырыу өсөн финанс мөмкинлектәре сикле. Ҡайһы берәүҙәр эсәр һыу артынан күрше ауылдарға йөрөргә мәжбүр.
Район хакимиәтенән билдәләүҙәренсә, һыу менән тәьминәт мәсьәләһе Әгертамаҡ ауылының башҡа урамдарында ла киҫкен. Проблеманы тулыһынса хәл итеү маҡсатында 2023 йылда республика адреслы инвестиция программаһына эләгеү күҙаллана.
Юл буйы урамында участкалар халыҡҡа туҡһанынсы йылдарҙа бүленә башлаған. Бөгөн бында 72 ихата иҫәпләнә. Биләмәлә йәшәүселәр юлдарҙың торошо менән дә ҡәнәғәт түгел. Был хаҡта ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәттәр ебәрелә. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында былтыр көҙ участкаға урындағы карьерҙан ҡом-ҡырсынташ һалына. Әммә халыҡ ремонт эштәренә дәғүә белдерә.
Район хакимиәте етәкселеге юл мәсьәләһе хаҡында хәбәрҙар. Быйыл йәй проблемалы участкала ваҡ таш түшәү, һуңынан уны тигеҙләү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина






