Баймаҡ районы биләмә-ара китапханаһы ауылдар араһында эстафета иғлан итте

Сәләмәтлек көндәлеге. Баймаҡ районы биләмә-ара китапханаһы ауылдар араһында эстафета иғлан итте. Уның маҡсаты сәләмәт тормошто пропагандалау. Сыңғыҙ ауылында үткән саралар хаҡында киләһе сюжетта.

Таулыҡай ауыл биләмәһенә эстафетаһы Күсейҙәр тапшырҙы. Әлегә Сәләмәтлек көндәлеге ун ауыл биләмәһен урап сыҡты. Сыңғыҙҙар сәләмәтлек нигеҙе дөрөҫ туҡланыуҙа тигән фекерҙә. Миңлегөл Абыҙгилдина  икмәк ризыҡтарын бешергән.Күпереп торған ҡомалаҡ икмәге кеше өсөн энергия сығанағы булып тора, ти ул.

 Сыңғыҙҙар туҡлыҡ,сәләмәтлек һәм муллыҡ билгеһе – икмәкте ҙурланы. Ауыл ағинәйҙәре  онотола барған яҙғы баҫыу, сәсеү йолаһын сәхнәләштерҙе,  уға бәйле ырым-юрамыштарҙы  еткерҙе. 

Сәләмәт булыу өсөн спорт менән дуҫ булырға кәрәк. «Мин сәләмәт тормош һайлайым» девизы аҫтында урындағы әүҙем ғаиләләр, коллективтар сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын сағылдырған шәхси күргәҙмә ойошторҙо.

Сыңғыҙҙар үҙ сиратында «Сәләмәтлек көндәлегенең» күсмә альбомын Урғаҙаларға тапшырҙы. Махсус альбом бар ауыл биләмәләрен урап сығасаҡ, ул һәр сараның сағыу фотоһүрәттәр менән тулылынасаҡ. Эстафета май аҙағында тамамланасаҡ.

Фото №1 - Баймаҡ районы биләмә-ара китапханаһы ауылдар  араһында эстафета иғлан итте
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ