Башҡортостан театрҙарында премьера!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары бер юлы ике сәхнә әҫәре менән байытылһа, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ижади коллективтарының республика район-ҡалалары буйлап гастролдәре дауам итә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасыларға яңы музыкаль комедия тәҡдим итте. «Ғашиҡтар көнө» тип исемләнгән сәхнә әҫәре 14-15 апрелдә Сибай ҡалаһында ҡуйылыр тип көтөлә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Премьераға тиклем һанаулы минут ҡалғанда. Һәр актерҙың өҫ-башын костюмерҙар тарафынан ентекле ҡарағас, еңелсә гримм һалына. Еңелсә, сөнки яңы сәхнә әҫәре  шуны талап итә.

Был юлы Милли йәштәр театры репертуарын музыкаль комедия менән байытты. Пьеса күренекле драматург Наил Ғәйетбаевтыҡы. Сәхнә әҫәре йәштәр тураһында. Ул төрлө көнүҙәк проблемаларҙы нескә юмор аша асып һала.

Ғөмүмән, Милли йәштәр театры Наил Ғәйетбаев менән электән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 2000 йылдар башында бер-бер артлы сәхнәләштерелгән «Ауылға ҡыҙҙар килде», «Студенттар» комедияларын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ваҡытында был спектаклдәр тотош республика сәхнәһен шаулатты. Сираттағы пьеса ла эстәлеге яғынан яҡын. Драматург бөгөн дә ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә.

«Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһы тап Йәштәр театры өсөн яҙылған пьеса тиергә мөмкин йыр-моң менән үрелеп барған әҫәр киләһе аҙнала, йәғни 14-15 апрелдә Сибай ҡалаһында ҡуйыла.

Фото №1 - Башҡортостан театрҙарында премьера!

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ