Өфөлә йәшәүсе Азия Ханнанова йыл һайын килемгә декларация тапшыра. Быға тиклем ул ҡағыҙҙарҙы аҡса түләп махсус белгестәрҙән тултыртҡан. Яңыраҡ улы һалым органдарының рәсми сайтындағы шәхси кабинетҡа инеп кәрәкле документты үҙаллы тултырыу мөмкинлеге булыуы тураһында хәбәр иткән.
Хаҡлы ялдағы ханым интернетты ҡуллана белә, әммә декларация тултырыу нескәлектәрен аңлап етмәй. Шуға ла ул һалым инспекцияһында ойошторолған оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша.
Һалым органдары 10 апрелдән 24-нә тиклдем физик шәхестәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Теләге булған һәр кем һалым түләүсенең шәхси кабинетына инеп декларацияны үҙаллы бушлай тултыра ала.
Рафиҡ Әхмәтшин






