Өс тиҫтә йыл ялҡынлы ролдәр башҡарған ижадсының байрамы тормош күренештәрен, тамашасыға билдәле булмаған серҙәрҙе асып һалды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Гөлназ Мөхәмәҙиеваны тамашасы театрҙан тыш, кино сәнғәте аша ла танып белә. «Бабич» һәм «Беренсе республика» нәфис фильмдарында Гөлназ Мират ҡыҙы уйнаған ролдәр тәрән фәлсәфәһе менән айырыла. Ғөмүмән, актрисаның тормош һәм ижад юлы үҙе лә матур китапҡа торошло.
Гөлназ Мөхәмәҙиеваның ижады күптән түгел Башҡортостандың халыҡ артисы тигән юғары исем менән баһаланды. Өфө «Нур» татар дәүләт театрына нигеҙ һалынған ваҡыттан бик күп образдар тыуҙырыуға ирешкән. «Күңелемдең нурлы биҙәктәре» тип аталған юбилей кисәһендә лә актрисаның ҡайһы бер ролдәре сәхнәләштерелде. «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһындағы сабата ла инде Гөлназ Мөхәмәҙиева менән тиҫтә йылдан ашыу.
Юбилей кисәһендә актрисаның тормош хәтирәләре бәйән ителде. Тамашасы өсөн ҡараңғы биттәр асып һалынды. Асыҡланыуынса, Гөлназ Мөхәмәҙиеваның трактор йөрөтөүгә таныҡлығы бар булып сыҡты. Ваҡытында комбайнсы ярҙамсыһы, тәрбиәсе булған ул. Хәҙер актрисаның бар күңелен республика театр һәм кино сәнғәтенә һалып эшләүенә утыҙ йылдан ашыу. Ялҡынлы ижад, һәр уйналған роле ҡәҙерле сәхнә оҫтаһы өсөн.
Азат Ғәлиуллин




