"Ҡанатлан" форумы : "“Һанлы технологиялар артынан ҡыуып, балаларҙы тәрбиәләргә оноттоҡ түгелме?”

Фото №1 - "Ҡанатлан" форумы : "“Һанлы технологиялар артынан ҡыуып, балаларҙы тәрбиәләргә оноттоҡ түгелме?”

Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ошондай һорау ҡуя. “Беҙ заманса уҡытыу алымдары хаҡында һөйләшәбеҙ. Әммә тәү сиратта йәш быуынға тәрбиә биреү мәсьәләһен күтәрергә кәрәк”, тип иҫәпләй Лиза Ҡыям ҡыҙы. Ул мәғариф өлкәһендә 60 йылдан ашыу эшләй.

"Ҡанатлан" форумы : "“Һанлы технологиялар артынан ҡыуып, балаларҙы тәрбиәләргә оноттоҡ түгелме?”

Радий Хәбиров “Ҡанатлан!” форумында Лиза Әғәҙуллинаның эш тәжрибәһен телгә алды. “Ябай мәктәптә уҡытһа ла, ул Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулаған балалар тәрбиәләне”, тине республика етәксеһе. Стәрлетамаҡтың 3-сө ҡала башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәтова фекеренсә, уңышлы һәм тәрбиәле уҡыусы үҫтереү өсөн халыҡ педагогикаһына таяныу мөһим. 

"Ҡанатлан" форумы : "“Һанлы технологиялар артынан ҡыуып, балаларҙы тәрбиәләргә оноттоҡ түгелме?”

“Ҡанатлан!” мәктәп мәғарифы форумы быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ