46 ойошма сеймал алыу өсөн субсидия юллаған, 41 предприятие ҡорамал һәм станоктар ҡайтарған. Еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы 2024 йылғаса иҫәпләнгән. “Ағиҙел” нәфис кәсептәр ойошмаһы ла субсидия менән файҙаланған. “Әле яңы йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырабыҙ”, - ти предприятие етәксеһе Гүзәл Кәримова.
Өфөлә ошо көндәрҙә Рәсәй сәнәғәт форумы үтә. Унда төрлө ойошмаларҙа, шул иҫәптән өҫ һәм аяҡ кейеме фабрикаларында, етештерелгән тауарҙар күргәҙмәһе тәҡдим ителгән.




