Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғара. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән коронавирус таралыуҙы сикләү саралары ҡарала, уҙған аҙнала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәргә йомғаҡ яһала. Ултырышта урман янғындарына әҙерлек, юлда соҡорҙарҙы ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм ҡаты сирлеләрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә күтәрелә. Кәңәшмәне тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин.




