Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты социаль-иҡтисади өлкәлә коронавирус менән көрәш буйынса күрелгән сараларға айырым туҡтала. Дәүләт башлығы пандемия шарттарында халыҡҡа, ойошмалар һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеү буйынса телмәр тота. Владимир Путин 21 апрелдә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Ул Мәскәүҙә “Манеж” күргәҙмәләр үҙәгендә үтә.




