Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары законға үҙгәреш әҙерләй. Уға ярашлы, газ яғыулығын ҡулланған автомобиль хужаларына өс йыл дауамында транспорт һалымын түләүҙә 50 процент ташлама бирелә. Льгота йөк машиналары һәм автобустарға ла ҡағыла. Законға үҙгәреш экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ ҡулланыусыларҙы арттырыу маҡсатынан әҙерләнә, тип хәбәр итәләр парламенттан.






