Республикала яҙғы ташҡындың иң көслө мәле был аҙнала көтөлә

Фото №1 - Республикала яҙғы ташҡындың иң көслө мәле был аҙнала көтөлә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙеләр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Республикала яҙғы ташҡындың иң көслө мәле был аҙнала көтөлә

“Ярҙам кәрәк булған осраҡта был турала тиҙ арала хәбәр итегеҙ. Һыу ағып китеүҙе тотҡарлаған урындарҙы тикшерегеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ул хакимиәт башлыҡтарына хәлде етди контролдә тоторға ҡушты.

Республикала яҙғы ташҡындың иң көслө мәле был аҙнала көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, хакимиәттәр 70-кә яҡын ваҡытлыса йәшәү урыны әҙерләгән. Унда 13 мең самаһы кеше урынлаша ала. Республикала ташҡын 3 майға тиклем дауам итеүе ихтимал.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ