Юл инфраструктураһын яҡшыртыу системаһында 22 меңгә яҡын етешһеҙлек теркәлгән. Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.
Юл торошона йышыраҡ ҡала халҡы зарлана. Өфө буйынса Ибраһимов Бульварындағы соҡорҙарға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр артҡан. Башҡортостан Башлығы хакимиәте янындағы социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская.
Юлдарҙы төҙөкләндереү 15 июндә тамамланырға тейеш. 1 майҙа республикала юл һыҙаттары төшөрөлә башлай. Әле белегестәр эш күләмен аныҡлай. Төбәк юлдарында термопластик, муниципаль трассаларҙа буяу ҡулланыу планлаштырыла.






