Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө ҡала хакимиәте һәм төҙөүселәр берләшмәһе хеҙмәттәшлек итеү тураһында оҙайлы килешеү төҙөнө. Документта социаль инфраструктураны яҡшыртыу күҙ уңында тотола. Төҙөүселәр социаль йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөнә алырға бурыслы. Йорттар һалыу барышында социаль объекттар ҙа төҙөлә. “Башҡортостанда йәшәүселәр алдағы йылдарҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана һәм поликлиникаларҙың тиҙ арала төҙөлөүен күрер, үҙгәрештәрҙе баһалар. Социаль объекттар булыуы фатирҙарҙы һатыуға ла ыңғай йоғонто яһай", - тип белдерҙе Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.
Былтыр Башҡортостанда 2 миллион 500 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә 8-се, Волга буйы федераль округында 2-се урында.






