Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, унда боҙ тығындары барлыҡҡа килгән, ауылдың бер өлөшөн һыу баҫҡан. Янғантау ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Йыһанғәлина.
Ҡотҡарыусылар Кушнаренко һәм Бишбүләк районында ла халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Өйҙәрендә ҡалырға ҡарар иткән кешеләргә аҙыҡ-түлек килтерелә.
Бөгөн Белорет районы Асы ауылында ла йорттар һыу аҫтында ҡалған. Халыҡ социаль селтәрҙә видеояҙмалар һәм фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша. Кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға күсереү башланған. Ҡотҡарыусылар биләмәләрҙе пилотһыҙ осоусылар ярҙамында кү-ҙәтә. Ентекләберәк киләһе сығарылыштарҙа.






