Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары һаны 400-гә етте

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары һаны 400-гә етте

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә дүрт кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, 33 мең 601 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылды. Уҙған тәүлектә 102 кешелә коронавирус асыҡланды.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирустың өсөнсө тулҡынына бәйле һорау күтәрелде? Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, Европала сирлеләрҙең артыуы күҙәтелә. Шуға дәүләт сиктәре ябылыуы ихтимал. Бер нисә аҙнанан Рәсәйҙә лә вирус йоҡтороусыларҙың күбәйеүе мөмкин.

Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары һаны 400-гә етте

Радий Хәбиров халыҡты һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә саҡырҙы. Коронавирус йоҡтормауҙың иң төп ысулы – прививка эшләтеү. Әле республикаға“ЭпиВакКорона” һәм “Спутник V” вакциналары килтерелде. Прививка яһатыу пункттарының адресы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ