Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында ошо уңайҙан кире иҫәпкә старт бирелде. Космонавт Сергей Ревин ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатының республикала ойошторолоуы беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, тип белдерҙе сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
“WorldSkills Russia” милли чемпионаты финалы 21 июлдә башлана. Быйыл ярышта 1 мең 800 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.






