Балауыҙҙы зарарлы матдәләрҙән таҙартыу технологияһын Башҡортостандың фәндәр академияһы ғалимдары уйлап сығарған. Проектты төбәктең ауыл хужалығы министрлығы, умартасылар ассоциацияһы ла хуплап сыға. Аҡ кәрәҙ етештереү процессын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте.
Асҡын районы предприятиеһында кәрәҙ производствоһы тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Сеймал таҫма булдырыусы механизмдар аша үтеп, валецтар яһау ҡоролмаһына эләгә. Эшҡыуар Марат Шәйбәковтың бөгөн костюмда булыуы осраҡлы түгел. Пестицидтар, антибиотиктар, ауыр металл тоҙҙарынан таҙартылған кәрәҙ презентацияһын үткәрә. Был эште башлауҙа уға Башҡортостан ғалимдары ярҙам иткән.
Рәсәйҙә балауыҙҙы таҙартҡанда юғары температурала стерилләштәреү ысулы ҡулланыла. Әммә ул йөҙ процентлыҡ һөҙөмтә бирмәй. Башҡортостанда булдырылған яңы технология умартасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип көтөлә. Эш процессында бал ҡорттары өсөн зыянһыҙ булған компоненттар, шул иҫәптән әүҙем кислород ҡулланыла.
Производство өсөн махсус реактор һатып алынған. Бында балауыҙ төрлө зарарлы матдәләрҙән таҙартылып, аҡ төҫкә индерелә. Бер тәүлектән һуң ул 140 градуста тағы ла ҡайнатылып, кәрәҙ яһау линияһына ебәрелә.
Шәйбәковтар умартасылар араһында һарғылт-көрән кәрәҙгә ҡарағанда ағына һорау артыуын билдәләй. Рамдарға таҙартылған пластина ҡуйыу отошлораҡ та, сөнки бал ҡорттары стериль шарттарҙа бал йыя - ҡортсолоҡ продукцияһының шифаһы һаҡлана.
Башҡортостанда умартасылыҡ өсөн уңайлы шарттар булыуға ҡарамаҫтан, бал ҡорттары ауырыуҙары менән көрәшкә төрлө препараттар ҡулланыла. Кәрәҙҙә йыйылған төрлө зарарлы матдәләр иһә бал сифатына кире тәьҫир итә. Сит ил лабораториялары башҡорт продукцияһында башлыса антибиотиктар булыуын билдәләй. Һөҙөмтәлә бал экспорты тотҡарланды.
Ғалимдар таҙартыу эшен рамдарға ҡуйылған кәрәҙҙән башларға була һәм һис тә хаталанмай. Сөнки сит ил лабораторияларына ебәрелгән аҡ балауыҙҙа зарарлы матдәләр табылмаған. Тимәк, Асҡын районында асылған производство - уңышлы башланғыс. Продукцияны сәнәғәт кимәлендә етештереү, сит илдәргә оҙатыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар.
Таҙартылған аҡ кәрәҙ – уңыштың яртыһы ғына. Умартасыларға ла антибиотиктарҙан тулыһынса баш тартып, һаҡсыл препараттарға күсеү талап ителә. Сифатлы башҡорт балына Ҡытай, Ғәрәп илдәренә лә юл асылыр тип көтөлә. Әлегә был турала һөйләшеүҙәр алып барыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта француздар ҙа Башҡортостандың умартасылыҡ өлкәһен донъя кимәленә сығарырға теләй. Республика биләмәһендә 30 мең күс ултыртып йылына 7 мең тонна татлы ризыҡ алырға иҫәп тоталар. Ә иң төп маҡсат уны тулыһынса экспортҡа оҙатыу. Бының өсөн 6 бал һығыу станцияһы, бер эшкәртеү һәм ҡаптарға тултырыу заводы булдырыу күҙаллана. Инвестициялар күләме яҡынса өс миллиард 800 миллион һум тәшкил итер тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина




