Халыҡ йырҙары паспортлана – ерле халыҡтың тарихы ныҡлы тамырлана

Республикала йөҙ башҡорт халыҡ йырына патент алынды. Халҡыбыҙҙың тарихын, шанлы үткәнен, аһ-зарын һөйләүсе хазиналар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин яҙмаһы.

Башҡорт халыҡ музыкаһы. Оҙон көй Бейеш батыр тураһындағы тарихты бәйән итә. Ул опера һәм балет әҫәрҙәрендә лә, шулай уҡ ҡайһы бер йырсы-музыканттар ижадында сағылыш тапҡан. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз-ҡурайсы Роберт Юлдашевтың репертуарында ла ул төплө урын алған композицияларҙың береһе. Башҡорт халыҡ йыры донъяның ниндәй генә ҡитғаларын яңғыратмаған.

Бынан ары, башҡорт халыҡ йырҙарын, көй-моңон башҡарғанда дөрөҫ исемен, ниндәй милләт ижады булыуын әйтеү мотлаҡ. Сөнки был закон менән нығытылған. Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре башҡорт халыҡ йырҙары патент алыуын белдерҙе. Әлегә исемлектә 100 композиция иҫәпләнә.

Ошо нигеҙҙә Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестры тулыланды. Тәүге исемлеккә ингән 100 йыр араһында «Урал», «Абдрахман», «Ете ҡыҙ», «Буранбай» кеүек һәм башҡа киң билдәле композициялар бар. Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәренә халыҡ ижады өлгөләрен рәсмиләштерер алдынан бик күп фәнни эштәрҙе өйрәнергә тура килгән. Һәр йырҙың тарихы, ноталары һәм тексы, шулай уҡ башҡарыусыларҙың тулы исемлеге бирелгән.

Белгестәр патент алыуҙың мөһимлеген билдәләй. Бигерәк тә, глобалләшеү сәйәсәте осоронда һәр милләт үҙенә хас ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн, патент юллау ғалимдарҙың фәнни эштәренә нигеҙләнеп башҡарыла. Күренекле композитор Айрат Ҡобағошов халыҡ ижады ынйыһына арналған бик күп йыйынтыҡтар авторы. «Төньяҡ Амурҙары йыры» тип исемләнгәне үҙе бер ҙур ижад емеше. Өҫтәүенә, 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле йыр-моңдар күләмлеге бер генә халыҡта ла юҡ.

Риүәйәт буйынса ла халыҡ йыры генерал-фельдмаршал Михаил Кутузовтың башҡорттарға «Любезные вы мои башкиры, молодцы!», ти өндәшеүенән сығып ижад ителгән.

Йәшерен-батырын түгел, беҙҙең мираҫҡа ҡул һуҙыуҙар әленән-әле сығып тора. «Уйыл», мәҫәлән, тотош интернет киңлектәрен шаулатты. Уны үҙләштереүселәргә йырҙың тарихы ғына түгел, эстәлеге лә ҡараңғы булды, күрәһең. Шулай ҙа башҡорттар мираҫында үҙ ижадын байытырға теләүселәргә юл ҡуйылманы, халыҡ оранынан үҙ урынында ҡалды. Ошо нигеҙҙә, башҡорт халыҡ музыкаһы менән тығыҙ бәйләнештә булған ижади төркөмдәрҙең сығышы йыр менән бергә, уның тарихын да бәйән итә. Миҫалға, «Йатаған»дарҙы килтереү ҙә етә.

Ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижады башҡа милләттәрҙән ифрат бай мираҫ һаҡлауы менән үҙенсәлекле. Әле өйрәнелмәгән, башҡорттоҡо тип билдәләнгән архив материалдар ҙа етерлек. Улар республикала ғына түгел, Рәсәй, сит ил музей фондтарында ла һаҡлана. Тик был өлкәне өйрәнгән белгес кенә булһын. Әлегә республика сәнғәт уҡыу йорттарында был эш яйға һалынмаған. Бөгөн халыҡ йырҙары паспортлана икән, тимәк, ерле халыҡтың тарихы тағы ла ныҡлы тамырлана, тигән һүҙ. Ошо тәңгәлдә, көнбайыштан иҫкән бер ел дә уны таушата алмаҫ. Башҡортостан бренды кеүек.

Фото №1 - Халыҡ йырҙары паспортлана – ерле халыҡтың тарихы ныҡлы тамырлана

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ