Былтыр коронавирус пандемияһы менән бәйле тыйылған күләмле саралар быйыл яңынан тергеҙелә. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Әлбиттә,әлегә тулы ышаныс менән әйтеп булмай. Әммә мәкерле сирҙең сигенеүе һәм тормоштоң кире үҙ ярҙарына ҡайтыуы күҙәтелә. Шуға ҡарамаҫтантулыһынса тынысланырға ла иртәрәк.Шулай уҡ быйыл йәйге балалар ял лагерҙары һәм студент отрядтары ла эш башлай.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, йәйге каникул осоронда 2 меңдән ашыулагерҙы асыу ҡарала, уларҙа 300 меңдән күберәк бала ял итә, һаулығын нығыта аласаҡ. Әлбиттә, барлыҡ санитар талаптарҙы үтәү шарты менән.Күп лагерҙар яҙғы каникул мәлендә үк уҡыусыларҙы ҡабул иткән дә инде. Илеш районында 3 июндәйыл әйләнәһенә эшләйәсәк «Орленок» лагеры ла асыла. Студенттар отрядынакилгәндә, быйыл 3 меңдән ашыу йәштәр йәйгеһен эшләргә йыйына. Республика башлығы уларға эш урындары әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Әле иһә төп бурыс- ҡала-райондарҙы ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартыу, тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә юлдарҙы ремонтлау, урман янғындарын иҫкәртеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Республика башлығы ташҡындан зыян күргәнмуниципаль берәмек етәкселәренә һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, ярҙам кәрәккәндә мөржәғәт итергә ҡушты. Ташҡындан һуң инде анализ яһау ҙа талап ителә. Был урындарҙа эшләп еткермәү менән бәйле, тине Радий Хәбиров.
Рәмзиә Кәримова






