Белорет районында үлемесле авария теркәлде

«Өфө - Инйәр - Белорет» трассаһының 209-сы километрында «Тойота» автомобиле юлдан сығып оса. Был ваҡытта салонда водитель менән бергә ете кеше булған. Ҡот осҡос фажиғәлә пассажир ҡатын үлемесле яралана. Тағы ла дүрт кеше дауаханаға оҙатылған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, водитель танышының автомобилен Сибайҙан Өфөгә алып китеп барған һәм үҙе менән юлсылар ҙа алған булған. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Фото №1 - Белорет районында үлемесле авария теркәлде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ