Социаль селтәрҙәр республиканың әле бер, әле икенсе нөктәһендә ауыл, ҡасабаларҙы һәм хатта ҡалаларҙы һыу баҫыу видеояҙмалары менән тулған. Быйыл ҡар һыуҙары бер ҙә көтөлмәгән нөктәләрҙе баҫты. Тау йылғаларынан бигерәк үҙән буйҙарында урынлашҡан йылғалар ташып, халыҡҡа хәүеф тыуҙырҙы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Йәрмәкәйҙә районындаИсламбахтыла Ыҡ, Рәтамаҡта Рә йылғалары ташып кешеләр йәшәгән йорттарға урғылған. Ҡар һыуҙары йылы һауа торошона бәйле ҡапыл иреп йылғаларҙы таштырған. Районда халыҡ менәнаңлатыу эштәре алып барыла , һаҡлыҡ саралары күрелә. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында ҡотҡарыусылар һәм хакимиәт йорт хужаларына электр һәм газ тәьминәтен ваҡытлысаһүндереп торорға тәҡдим итә.
Белорет районында иһә тау йылғалары ла ярҙарынан таша. Ассыла Инйәрҙә һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле ауылды һыу баҫҡан. Халыҡ бындай ҙур һыу килеүен бөтөнләй көтмәгән. Тау башында ултырған Асыла19 йортто һыу баҫҡан. Видеонан күренеүенсә ,һыу баҫыу күперҙә боҙҙар тығыны һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Ә Бишбүләк районында иһә ҙур һыу ҡамауында ҡалғанкешеләргә ҡотҡарыусылар ярҙам ҡулы һуҙған. Ҡаза күреүселәр кәмәләрҙә ваҡытлыса йәшәү өсөн хәүефһеҙ урынға күсерелгән.
Ғафури районы Юлыҡ ауылында башмаҡ боҙ өҫтөндә ҡалған.Малҡай йылғала тығылған боҙҙар аша үтеп кенә ҡоро ергә сыға алған.
Кушнаренко районы Үрге Аҡбаш ауылында йәшәгән Сания Баһауетдинованың йортон нигеҙенә тиклем һыу баҫҡан. Бындай ҙур һыу уларға икенсегә килә. Тәүгеһе 2018-ҙә теркәлгән. Ул йылда ике тиҫләтәп ваҡ малдары төндә ҡапыл ташҡан һыу аҫтында ҡалып һәләк булған. Был юлы картуфтарын һәм эре малды ҡалҡыуыраҡ ергә урынлаштырып өлгөргәндәр. Мунса һәм йәйге йорттары ғына страховкаланған.Бер-нисә тәүлек йоҡламаған хужабикәнең борсолоуҙан кинәт кенә ҡан баҫымы ла күтәрелгән.
Ауылдар араһында ла юл үтәрлек түгел, мәтеһе аҡтарылып кәлейәләр хасил булған. Ауыл старостаһы һыу баҫыуҙы яңы төҙөлгән күперҙә ҡар һәм ямғыр һыуҙары ағыу өсөн торбалар етәрлек булмауы менән аңлата.
Кушнаренко районының Ҡармасан һыу бассейнына ҡараған ауылдары эргәһендә тәүлек әйләнәһенә ҡотҡарыуһәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора. Улар халыҡҡа һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға һәм хәүефһеҙ урынға күсерергә яҡшы әҙерлек һыҙығында тора.
Ҡотҡарыусылар һыу кимәллен дами күҙәтеп, ауыл халҡына ниндәй ҡурҡынысб арлығы хаҡында мәғлүмәт еткереп тора.
Шәрип ауылы Күл урамының 8a, 10 йорттары хужалары икенсе тәүлектән ашыу һыу ҡамауында.Улар йәшәгән йорттарға кәмәлә генә барып етергә мөмкин.
Һыу ҡамауында ҡалған Фатима Фәтихова нисек кенә ауыр һәм хәүефле булһа ла ваҡытлыса урынлаштырыу пуктына китергә теләмәгән. Ҡотҡарыусыларҙан Джек ҡушаматлы этен генә күрше ярға сығарыуҙарын үтенгән.
Беҙ тапшырыуҙы эфирға әҙерләгән ваҡытта Кушнаренко районы Шәрип ауылы эргәһендә һыу кимәле 20 сантиметрға кәмене тип белдерҙеләр.Быйыл Салауат, Дәүләкән кеүек республика ҡалаларында халыҡ һыу ташыу бәләһенүҙ иңдәрендә татыны. Айырыуса автомобиль хужалары дарья кисергә мәжбүр . Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәк йылғаларында һыу күтәрелеү кимәлен тикшереп тора. Киләһе көндәрҙә йылы һауа температураһы һаҡланасаҡ, шуға ла һыу ташҡыны көтөләсәк. Ҡотҡарыусылар халыҡты ташҡын осоронда төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һаҡлыҡ сараларын үтәргә саҡыра.
Гүзәл Борханова




