Мәрхәмәтлек марафоны. Паркинсон ауырыуына ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнөндә Өфөлә йүгереү буйынса ярыш уҙҙы. Сараны баш ҡаланың Вячеслав Бузаев исемендәге интеллектуаль нейрохирургия медицина үҙәге һәм Суперспорт мәктәбе ойошторған.Марафонда йыйылған аҡса Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимовты дауалауға йүнәлтелә. Билдәле режиссерға Паркинсон сире диагнозы ҡуйылған. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ағиҙел йылғаһы буйы пандемиянан һуң тәүге күләмле сараны ҡабул итә. Ул-мәрхәмәтлек марафоны, Паркинсон ауырыуына ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнөнә арнала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сирҙе дауалау бик ҡатмарлы. Әммә заман технологиялары тән ағзалары ҡалтырауын ультрауыш ысулы менән туҡтата ала. Паркинсон ауырыуын дауалау буйынса махсуслашҡан Рәсәйҙәге берҙән-бер медицинаүҙәге Өфөлә урынлашҡан.
Йүгереү буйынса марафонда ҡатнашыу түләүле. Йыйылған аҡса Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимовты дауалауға йүнәлтелә. Билдәле режиссерға Паркинсон диагнозы ҡуйылған. Марафон хаҡында хәбәр иткәстәре тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом, шунан үҙем дә ситтә ҡалмаҫҡа, 1 километрға булһа ла йүгерергә ниәтләнем. Ошо сараны ойошторған һәм ҡатнашҡан мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәт, ти ул.
Дамир Ғәлимовҡаультратауышлы операция уҙғарыу өсөн 850 мең һум талап ителә. Марафонда 300 меңгә яҡын аҡса йыйылды. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бар ғүмерен Республикаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған шәхесте дауалауҙа булышлыҡ күрһәтеү изге бурысыбыҙ. Дамир Ғәлимов үҙе лә һәр саҡ кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәй.
Марфонда ҡатнашыусылар араһында Дамир Ғәлимовтың таныштары ла, режиссер сәхнәләштергән әҫәрҙәр аша белгәндәр ҙә, мәрхәмтәлек сараһында ҡатнашып изгелек ҡылыу, саф һауала йүгереп ҡәнәғәтлек алыу өсөн килгәндәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын һөҙөмтә бер – саранан йыйылған аҡса изге маҡсатта ҡулланыла.
Марафонда ҡатнашыусылар 10, 5 һәм 1 километрға йүгерҙе.Сара онлайн рәүештә Мәскәү һәм Сочи ҡалаларында ла уҙҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, донъяуи кимләдәге хәйриә акцияһы Паркинсон сиренә иғтибарҙы арттыра. Сөнки әлеге заман өсөн был бик мөһим, әлеге тынғыһыҙ дәүерҙә ҡалтырау сире йыш күҙәтелә, ауырыу бигерәк тә оло быуын вәкилдәренә хас.
Рәмзиә Кәримова




