Бер нисә ауыл һәм ҡасабала йорттарға һыу үтеп инеү осрағы булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә яҙғы ташҡындың иң көслө осоро ошо аҙнаға тура килә. Улар алдағы көндәрҙә һыу үтеп инеү хәүефе янаған ауылдарҙы атаны. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов һөйләй.
Яҙғы ташҡын сәбәпле ҡайһы бер райондарҙа юлдарҙы һыу ҡапланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәлдетәүлек әйләнәһенә контролдә тота.






