Республика үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "Өфө" индустриаль паркы биләмәһе 91 процентҡа тулған. "Алға" махсус иҡтисади биләмәһенең дә өстән ике өлөшө инвесторҙар ҡулында. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр табырға ҡушты.




