Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың апрелдәге пленар ултырышында бюджет буйынса законға үҙгәреш индерелә. Рәсәй Финанс министрлығы төбәктәргә дәүләт бурысын күбәйтергә рөхсәт бирҙе. Республика депутаттары банктар һәм федераль үҙәктән займ алырға, ә артып ҡалған аҡсаны киләһе йылға тиклем һаҡларға тәҡдим итә.




