Быйыл уҡыу йортонда Генетика һәм эмбриология өлкәһендә прогрессив технологиялар үҙәге эш башланы. Унда элиталы һауын һыйырҙар эмбриондары әҙерләнә. Был Рәсәйҙәге иң ҙур ошондай үҙәк булып тора, йылына 40 мең эмбрион әҙерләү планлаштырыла. Респулика башлығы шулай уҡ ит ризыҡтары цехын һәм һөт продукцияһы сифатын тикшереү лабораторияһын ҡараны. Аграр университетта "Ауыл сәғәте" кәңәшмәһе лә үтте, унда тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү темаһы күтәрелде.






