Ошо уңайҙан Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында кире иҫәпкә старт бирелде. Космонавт Сергей Ревин ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
«Йәш һөнәрмәндәр» чемпионатының республикала ойошторолоуы беҙгә оло яуаплылыҡ өҫтәй, тине үҙ сығышында Башҡортостан башлығы. Бөгөн, Космонавтика көнөндә, быйыл Өфөлә уҙасаҡ Йәш профессионалдар бәйгеһенә тиклем ваҡыттың көндәрен һанай башлайбыҙ. Башҡортостандың киләсәге булған компетенлы йәштәрҙе сәләмләйем, тине Радий Хәбиров. Төбәк йыйылма командаһы составында 329 кеше иҫәпләнә. Улар 80 мәғариф майҙансығында һәм 15 предприятиела әҙерлек үтә.
«Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалында 1800 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Сараны асыу тантанаһы 21 июлгә тәғәйенләнгән. Билдәле булыуынса, Ворлдскиллс профессиональ белем биреүҙең сифатын һәм конкурентлыҡҡа һәләтлеген арттыра. Өфөлә үтәсәк чемпионатҡа яңы объектар һәм майҙансыҡтар төҙөлә. быларҙың барыһы ла киләсәктә йәш профессионалдар әҙергә булышлыҡ итәсәк.




