Өфөлә Гагарин аллеяһы барлыҡҡа килде

Бөгөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин урамында ҡарағай һәм алма ағасы үҫентеләре ултыртты. Акция Рәсәй космонавы Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 60 йыл тулыуға арналды. Стенаһына йыһангир һүрәтләнгән йорт алдында ике алмағас һәм юл буйлап егерме төп ҡарағай ултыртылды. Билдәле булыуынса, Юрий Алексеевичтың башланғысы менән Байконурҙа, Сочиҙа космонавтар аллеяһында ағастар тамыр йәйгән.

Үҫентеләрҙе урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡарап һыу һибеп торасаҡ.

Фото №1 - Өфөлә Гагарин аллеяһы барлыҡҡа килде

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ