Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала көндәр йылыға тарта. Аҙна- ун көндән техника баҫыуҙарға төшәсәк. Көйөргәҙеләр ҙә киләһе аҙна башында яланға сығырға йыйына. Быйыл культуралар 62 меңдән ашыу гектарҙа сәселә. Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин һөйләй.
Районда орлоҡ етерлек кимәлдә әҙерләнгән, техника менән дә ҡатмарлыҡтар юҡ, булған трактор-сәскестәр менән сәсеүҙе 2 аҙнала башҡарып сығырға мөмкин.
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре 16 милиард ярым һумға баһалана. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, сәсеүгә тейешле сумманың яртыһы тейерлек льготалы кредит менән түләнә.




