Әле яңы биләмәлә планлаштырыу һәм межалау эштәре бара. 127 гектар майҙанда яңы торлаҡ, социаль объекттар, инженер һәм транспорт селтәрҙәре төҙөү планлаштырыла.
Билдәле булыуынса, Урал тау-байыҡтырыу комбинаты Подольск ауылы урынлашҡан биләмәлә баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртергә йыйына. Был мәсьәлә республика Хөкүмәтендә үткән Төҙөлөш сәғәтендә тикшерелде. Онлайн кәңәшмәлә шулай уҡ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар проблемаһы ла күтәрелде.
Атап әйткәндә, май аҙағына тиклем Октябрьский ҡалаһының «Весна» торлаҡ комплексында тағы ла ике йорт сафҡа инергә тейеш. Шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү мәсьәләһе күтәрелде. 39 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған федераль программа 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Әммә республиканың был планды киләһе йылда уҡ үтәп сығыуы мөмкин.




