Хәйбулла районының Подольск халҡын тиҙҙән яңы биләмәлә урынлаштырасаҡтар. Был урында еҙ-цинк ятҡылығы бар һәм уны сеймал сығанағы булараҡ файҙалана башларға ниәтләйҙәр. Халыҡты күсереү өсөн яңы микрорайон булдырыла, унда бөтә коммуникация үткәреләсәк.






