Павловка гидроэлектростанцияһы эше ташҡын шарттарын иҫәпкә алып көсөргәнешле режимға күсерелде

Төбәктәге иң ҙур ГЭС һыуһаҡлағысы ташҡын ваҡытында йылғаларҙан күтәрелгән ҙур һыуҙы йыйып энергия етештерә. Гидроэлектр станцияһы ярҙамында байтаҡ ауылдарҙы Ҡариҙел йылғаһынан килгән ташҡындан һаҡларға мөмкин. Балтик диңгеҙе иҫәпләү системаһына ярашлы әле станцияла һыу кимәле 131 метрға еткән. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Павловка гидроэлектростанцияһы эшсеһе Дамир Ғабдрахимов агрегаттар менән идара итеү системаһын сәғәт һайын тикшерә. Ҡеүәтле ҡоролмаларҙың эше һәр секундҡа тиклем теүәл башҡарылырға тейеш, сөнки дүрт агрегат йылға һыуын эшкәртеп энергия етештерә.

Гидроэлектростанция ташҡын осоронда күтәрелгән һыуҙы тынысландырырға булышлыҡ итһә, йәйге ҡоро көндәрҙә йылғаларҙы ҡоролоҡтан һаҡлап һыу кимәлен көйләргә ярҙам итә. Станция ҡарамағындағы йылғала ғәҙәттән тыш хәл булдырмаҫ өсөн, уҙған йылдар тәжрибәһе һәм синоптиктар фаразы иҫәпкә алына.

Ташҡын гидроэлектрстанциялар өсөн – яуаплы һынау. Йылғаларҙа һыу кимәлен контролдә тотор өсөн станция эше көсөргнешле режимға күсерелә. Иҫкәртеү саралары һәм махсус күнекмәләр төбәк-ара комиссия тарафынан күҙәтелә.

Павловка гидроэлектростанцияһы ташҡын осоронда 800 млн кубометр һыуҙы ҡабул итеп уны энергияга эшкәртә. Апрель-май айҙарында һыуһаҡлағыс эшмәкәрлеге даими күҙәтеү аҫтында тотола, сөнки станция ҡеүәтенән ҙур һыу зыяны кәметелә.

Фото №1 - Павловка гидроэлектростанцияһы эше ташҡын шарттарын иҫәпкә алып көсөргәнешле режимға күсерелде

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ