Йыл әйләнәһенә Өфө эргәһендә ауыл тормошон үҙ иткән халыҡ электрһыҙ ҡалған

Баҡса Иглин районы биләмәһендә урынлашҡан. «Нефтсе-3» баҡсасылар ширҡәтендә 14 ғаилә йәшәшәй. Электр утынан өҙөлгән халыҡ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Шәйғәрҙән Арыҫланов химия сәнәғәтендә намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыға. Ете йыл элек Өфө янындағы «Нефтсе-3» баҡсасылар ширҡәтенә күсеп килгән. Тәүге биш йылда түләүҙәр һәм электр тәьминәте менән өҙөклөктәр булмаған. Әммә былтыр бында йәшәүселәр электр менән ҡулланған өсөн баҡсасылар ширҡәтенең 160 мең һум бурысы барлығы хаҡында ишетә.

Бурыс хаҡында яңылыҡ был баҡса биләмәһендә донъя көтөүселәр өсөн аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир иткән. Халыҡ тиҙ арала бурысын ҡаплаған. Утты һүндермәһендәр өсөн алдан аванслата унышар мең һумдан иҫәпләшеүселәр ҙә булған. Баҡсала донъя көтөүселәр беҙ рәйесте һуңғы йылда бик һирәк күрәбеҙ, ул беҙҙең төбәктән йылы яҡҡа күсеп киткән тип фаразлай. Баш бухгалтер барлығы хаҡында ла ҡапыл пәйҙә булған ҡарауылсы аша ғына белде.

Граждандар электр уты өсөн түләүҙәрҙе баҡсасылар ширҡәтенең махсус иҫәбенә күсереп барған. Электр энергияһы тәьминәте өсөн рәйес һуңынан иҫәпләшкән. Баҡсасылар ширҡәтендә электр утына бурысҡа рәйес аңлатмаһы.

Һыу тәьминәте , ашарға бешереү, торлаҡты йылытыу – бөтәһе лә электр энергияһы ярҙамында башҡарылған. Ҡайһы бер хужалар һыу тәьминәте өҙөлгәс, боронғо ҡулйыуғыстар менән ҡуллана башлаған.

Был баҡсасылар ширҡәтендә 500 ер участкаһы иҫәпләнә. 500 хужаның 14 генә был баҡсала йыл әйләнәһенә йәшәй. Ут тәьминәте өҙөлгәндән һуң ғаиләләр был скважинанан һыу сығара алмай. Эсәр һыуҙы Шаҡша һәм Алаторка ҡасабаларынан ташырға мәжбүр буласаҡ.

Шәхси йорттарға торлаҡтар тығыҙ урынлашҡас, газ селтәре үтмәгән, хужалары йорттарын электр энергияһы ярҙамында йылытҡан. Торлаҡтарын йылыта алмағас, бәлиғ булмаған балаларын ата-әсәләр ваҡытлыса ҡалала йәшәгән туғандарында күсергән. «Нефтсе-3» басасылар ширҡәтендә электр уты һүндерелеүгә электр энергияһы һатыу компанияһы вәкиле аңлатмаһы.

Электр энергияһы һатыу компанияһы баҡсасыларҙың әлеге көндә дөйөм бурысы 288 мең һум тәшкил итә тип белдерә Электр энергияһы өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәр арҡаһында түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарған ғаиләләр артабан да утһыҙ ултырырға теләмәй. Улар электр һатыусылар менән туранан-тура иҫәпләшеү хаҡында килешеү төҙөргә ниәтләй.

Фото №1 - Йыл әйләнәһенә Өфө эргәһендә ауыл тормошон үҙ иткән халыҡ электрһыҙ ҡалған

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ