Уҡыу йортонда Генетика һәм эмбриология өлкәһендә прогрессив технологиялар үҙәге эшләй башланы. Бында заманса ҡоролмалар ярҙамында тоҡомло мал һанын арттырыу, бар тереклектең гендарын тикшереү мөмкинлеге бар.
Үҙәктең эшмкәрлеге менән бөгөн Республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров уҡыу йортонда аҙыҡ-түлек технологиялары факультетының уҡыу-етештереү лабораторияһын да ҡараны, аграр тармаҡҡа кадрҙар әҙерләү буйынса Ауыл сәғәте уҙғарҙы. Ауыл хужалығындағы яңылыҡтар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Эко тигәс тә яһалма аталандырыу ярҙамында сабый һөйөү бәхетенә ирешкән бәхетле ғаиләләр күҙ алдына баҫа. Әммә хәҙер был технология кешеләргә ҡарата ғына түгел, малдарҙа ла ҡулланыла. Тик ул түлһеҙлеккә бәйләнмәгән. Мал сифатын яҡшыртыу өсөн. Мәҫәлән, бер тоҡомло һыйырҙан һәм үгеҙҙән алған күҙәнәктәрҙән ун быҙау үрсетергә була.
Уҡыу йортондағы тәжрибә үҙен аҡлаһа, киләсәктә үҙәктең ҡеүәтен тағы ла арттырыу, сәнәғәт кимәленә сығыу ҡарала. Проект «Таврос» компанияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Бында пробиркала мал үрсетеүҙән тыш, бар тереклектең гендарын тикшереү мөмкинлеге лә бар.
Мәҫәлән, был ҡоролма секвинатор тип атала, уның ярҙамында бер нисә сәғәт эсендә хайуандарҙың үҫемлектәрҙең бөжәктәрҙең меңдәрсә генын тикшерергә була. Бәләкәй генә миҫал данлыҡлы бөрйән башҡорт ҡортона әлегә ваҡытта юғалыу ҡрҡынысы янай, ул ситтән килгән төрҙәр менән ҡушылып гибридлауға бирелә. Ошо ҡоролмала ҡорттағы үҙгәреш кимәлен тикшерергә мөмкин.
Белгестәр әйтеүенсә, башҡорт бал ҡорто ныҡ сыҙамлы, сатлама һыуыҡтарҙы ла еңел үткәрә, ә башҡа төрҙәр менән ҡушылғанда үҙенең сифаттарын юғалта. Был башҡорт ҡортоноң юҡҡа сығыуына килтереүе ихтимал.
Яңы технологиялар уҡыу йортоноң һәр факультетында ла ҡулланыла. Университет етәкселәре әйтеүенсә, был заман талабы. Мәҫәлән аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында, ит, һөт ризыҡтарының сифатын тикшереү, төрлө аҙыҡ-түлек етештереү технологиялары буйынса лабораториялар эшләй. Улар тулыһынса халыҡ-ара талаптарға, «Ворлдскилс» стандарттарына яуап бирә. Уҡыу йортоноң базаһында ауыл хужалығы техникаһының да бар өлгөләре ҡуйылған.
Уҡыу йорто етәкселеге белдереүенсә, матди-техник базаның ныҡлығы бик мөһим. Буласаҡ белгестәр заманса компанияларҙа эшләргә әҙерлек менән сығырға тейеш. Хәҙер механизаторҙарҙан да юғары белем талап ителә.
Аграр университет агрономдар, ветеринарҙар, инженерҙар әҙерләү буйынса махсуслашҡан төп уҡыу йорто, һуңғы йылдарҙа баҙар ихтыяжына ҡарап яңы йүнәлештәр ҙә үҙләштерелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, кадрҙар әҙерләү мөһим бурыс. Әммә маҡсатлы белем алыуға ҡарашты үҙгәртеү мотлаҡ. Бюджет нигеҙендә уҡыусыларға дәүләт ярҙамы булырға тейеш.
Әле аграр тармаҡҡа барған һәм ярты йылдан ашыу эшләгән белгестәргә республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум аҡса бүленә, был сумманы 750 меңгә еткереү шарт, тине Республика башлығы. Шулай уҡ Аграр университет, ауыл хужалығы колледждары һәм эш биреүселәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу мотлаҡ.
Студенттар ҡайҙа эшләйәсәген, күпме хеҙмәт хаҡы аласағын алдан уҡ төҫмөрләргә тейеш. Ә предприятиелар үҙҙәренә кәрәкле белгестәрҙе уҡытыуҙа ҡатнашырға бурыслы. Әле профилле вуздарҙа кадрҙар уҡытыу менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға сығымдарҙың 90 проценты ҡаплана. Былтыр 84 предприятие 2 миллион һумдан ашыу аҡсаны ҡайтарған. Быйыл ошо маҡсатта 16 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Рәмзиә Кәримова





