Башҡортостан Башлығы ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе ҡаралды. Әле 15 районда яҙғы ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Өфө, Бишбүләк, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Дыуанда йылғаларҙа боҙ тығылыу йәки ҡар иреү сәбәпле ауылдарға һыу үтеп инде. Радий Хәбиров тығындар барлыҡҡа килгән урындарҙа боҙҙо шартлатыу эшен ойошторорға ҡушты.






