Улар халыҡҡа ярҙам итә. Шулай уҡ боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе булған урындарҙа шартлатыу ойошторола. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдерҙе.
Республиканың байтаҡ райондарында йылғаларҙа боҙ тығылыу йәки ҡар иреү сәбәпле ауылдарҙы һыу баҫты. Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә лә йорттарға һыу үтеп инде. Бөгөн унда ҡаза эҙемтәләрен бөтөрәләр. Район хакимиәтенең бүлек етәксеһе Роза Шафиҡова.
Башҡортостанда ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам маҡсатында шылтыратыу үҙәге булдырылды. Бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03.




